Прошла профориентацонная работа

02 декабря 2020

15 октябрҙә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының беренсе курс студенттары менән Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылы урта мәктәбенең филиалы  Бишул-Унғар ауылы мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусылары ҡатнашлығында видеоуйын ойошторолдо. Мәктәп уҡыусыларын  студент-практикант Ғүмәрова Вилиә әҙерләне. Сараның  төп маҡсаты – профориентацион эш. Беренсе курс студенттары буласаҡ сығарылыш класы уҡыусыларын факультет менән таныштырҙы һәм башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инеү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих фәндәрен нығыраҡ уҡырға кәрәклеге хаҡында һөйләне, ошо фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханына яҡшы итеп әҙерләнергә саҡырҙы. Шулай уҡ студент, ятаҡ тормошо, вуздағы түңәрәктәр хаҡында белешмә бирелде. 

15 октября на факультете башкирской филологии БГПУ имени М. Акмуллы состоялась видеоигра  между студентами первого курса и обучающимися девятого класса  филиала МОБУ СОШ Прибельский СОШ деревни Бишул-Унгарово. Обучающихся подготовила студент-практикант Гумерова Вилия. Цель мероприятия – профориентационная работа. Первокурсники рассказали о дисциплинах, которые нужно  изучать углубленно для успешной сдачи ЕГЭ.  Также студенты ознакомили будущих абитуриентов со студенческой жизнью и внеучебной деятельностью вуза.