Башҡорт теле көнө менән!

14 декабря 2023

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым! Был байрам, бәхетле киләсәккә өндәп, үҙ халҡын ғилемгә, белем алыуға саҡырыусы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.

Тел – ул милләт рухы, уны белмәйенсә тарихи хәтерҙе, мәҙәни йолаларҙы һаҡлап ҡалып булмай. Рәсәй – күп милләтле ил, ә туған телдәр һәр халыҡтың бөйөклөгөн, үҙенсәлеген һаҡлаусы төп сара.

Байрам көндә Һеҙгә башҡорт әҙәбиәтенең, тарихының һәм йолаларының  иң яҡшы сығанаҡтарынан көс, илһам алып, тел белемен камиллаштырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләүҙә тик уңыштар теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,
Аҡмулла университеты ректоры                                            
Салауат Сәғитов