​Теле барҙың - иле бар!

09 сентября 2026

 8 сентябрь - Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре көнө. Был байрам 2025 йылдың 4 ноябрендә иғлан ителде, ул бөйөк шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуған көнө менән бәйле. Ошо уңайҙан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенованы һәм 1-се курс студенты Әминева Айзиләне "Ашҡаҙар" радиоһы тура эфирға саҡырҙы. Әңгәмә телдәрҙе, тәү сиратта, үҙебеҙҙең башҡорт телен хөрмәтләү тураһында барҙы. Айзилә ни өсөн тап башҡорт филологияһы факультетын һайлағанын, телдең үҫешенә нисек ярҙам итергә теләүен, телде һаҡлау ни өсөн мөһим икәнлеген, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарашын, ғөмүмән, башҡорт теленә мөнәсәбәте тураһында һөйләп үтте. Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы башҡорт телен өйрәнеүҙе модаға индереү юлдарын барланы, башҡорт телен өйрәнеүҙе ни өсөн балалар баҡсаларынан башларға кәрәклеге тураһында фекерен еткерҙе. Студенттарҙың туған телебеҙҙе камил үҙләштереүе өсөн факультетта һәм вузда ҙур иғтибар бирелеүенә, бындай сараларҙың бик мөһим булыуына хаҡында ла һөйләшелде. Тапшырыуҙы алып барыусы Рәсүл Сәғитов әңгәмәне йәнле һәм йөкмәткеле итеп үткәрҙе, саҡырыуы өсөн уға ҙур рәхмәт. https://vk.ru/wall-108520876_2...
Айзилә Әминева, 1 курс студенты

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 105

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203