16 февраль Өфөлә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһында, Йәш яҙыусылар советы ойошторған «Әҙәбиәт. Йәштәр. Заман.» исемле республика семинары уҙҙы.

18 февраля 2026

16 февраль Өфөлә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһында, Йәш яҙыусылар советы ойошторған «Әҙәбиәт. Йәштәр. Заман.» исемле республика семинары уҙҙы. Был сара республиканың иң әүҙем студент әҙәби ойошмаларын бер майҙанға йыйҙы.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында эшләп килгән «Тулҡын» әҙәби-ижад түңәрәге ағзалары был мөһим ваҡиғала ҙур теләк менән ҡатнашты.

Семинар барышында йәш ижадсылар башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалдары һәм танылған оҫталары менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, билдәле шағирәләр Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лариса Абдуллина, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә үҙҙәренең ҡиммәтле кәңәштәрен бирҙе, әҙәбиәттең бөгөнгө торошо һәм киләсәге тураһында фекер алышты.

«Тулҡын» түңәрәге ағзалары семинарҙа үҙҙәренең ижад емештәрен — яңы яҙылған шиғырҙарын һәм сәсмә әҫәрҙәрен тамашасылар иғтибарына тәҡдим итте һәм "Дан" халыҡ бейеү ансамбле "Киске ритайым "бейеүен бүләк итте.Спикерҙар студенттарҙың сығыштарын юғары баһалап, һәр береһенә ижади илһам һәм уңыштар теләне.

Был сара «Тулҡын»лылар өсөн генә түгел, ә республиканың башҡа әҙәби берекмәләре — Стәрлетамаҡтан килгән «Ашҡаҙар», «Ҡаурый ҡәләм» һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының «Шоңҡар» түңәрәктәре өсөн дә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы дуҫтар табыу майҙансығына әүерелде.

«Тулҡын»дар был осрашыуҙың яңы идеялар, оло илһам һәм әҙәбиәт донъяһына хеҙмәт итеүгә ҙур дәрт алып ҡайтты. Киләсәктә лә йәштәрҙең ҡәләме тутыҡмаһын, ә ижади тулҡындар башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрһен!

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203