Поздравляем Кусербаеву Зилию с победой в республиканском конкурсе чтецов!

23 декабря 2025

«Ағиҙел» журналының рух һәм ижад байрамы үтте. 19 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында журналдың 2025 йылғы йомғаҡтарын барлау кисәһе үтте. Сараны БР халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов алып барҙы. Журнал уҡыуысларға яңы әҫәрҙәр генә тәҡдим итмәй, ә төрлө конкурстар, бәйгеләр ҙә йыш үткәрә һәм бик күп яңы исемдәр аса. Республика көнөнә айҡанлы үткәрелгән шиғыр һөйләү бәйгеһендә Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары ла ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: иң-иңдәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар. Кисәлә башҡорт филология факультетының студенты Күсәрбаева Зилиәгә  3-сө дәрәжәле диплом тапшырылды. Зилиәне еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Афарин, Зилиә!

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203