‎Милли кейем көнө менән!

12 сентября 2025

Милли кейем көнө ‎М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында иң сағыу байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнөнә арналған сара уҙғарылды!

‎Милли кейем көнө — ул рух, милли үҙаң сағылышы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү сараһы. Байрам йыл һайын апрель айының өсөнсө һәм сентябрь айының икенсе йомаһында үткәрелә. Быйыл ул 12 сентябрь көнөнә тура килде.

‎Байрам сиктәрендә башҡорт филологияһы факультетында тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Гөлкәй Шаһапова студенттарға башҡорт милли кейемен биҙәү элементтарын үҙ ҡулдары менән эшләргә өйрәтте.

‎Зур тәнәфес ваҡытында студенттар университеттың төп майҙанында «Ритайым» сараһын үткәрҙе, унда «Ете ырыу» ансамбле башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән дәртле сығыш яһаны.

Байрамда студенттар халыҡ йолалары һәм уларҙың кейемдә сағылышы тураһында күберәк белеү мөмкинлеген алды. Факультетта «Милли кейем — халыҡ ижады шишмәһе» темаһына арналған «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны ойошторолдо.

‎Университет хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары ла студенттар менән бергә байрамға ҡушылып, кейемдәренә үҙ халҡының милли элементтарын өҫтәне, был сараның милли рухын һәм берҙәмлеген тағы ла нығытты.

‎Милли кейем көнө менән!

Даутова Наҙгөл, 1-се курс студенты 

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203