2 000-дән ашыу студент «Дома»республика фестивален йыйҙы

06 февраля 2025

5 февралдә Өфөнөң Көрәш һарайында Башҡортостан студенттары фестивале үтте. Унда башҡорт филология факультеты студенттары ла әүҙем ҡатнашты.

Сарала республика юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә белем алған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. 

Фестивалдең белем биреү өлөшөндә студенттар ҙур төбәк предприятиелары етәкселәре, агросәнәғәт комплексы лидерҙары һәм йәш эшҡыуарҙар менән аралашты.

Дәртләндереү тойғоһон студенттар Рөстәм Нәбиев, Регина Доктор, Артур Ғәлиев, Марат Яруллин һәм Шәһит Хамматовтың уңыш тарихтарынан һуң алды. Был беҙҙең һөнәргә бик фәһемле, сөнки киләсәк үҙебеҙҙән тора! Йондоҙло ҡунаҡтар үҙҙәренең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне һәм йәштәрҙең һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе. 

Шулай уҡ көн дауамында республика предприятиелары һәм ойошмаларының күргәҙмә экспозицияһы эшләне. Интерактив форматтағы күргәҙмә студенттарға предприятиелар эшмәкәрлеге үҙенсәлектәренә сумырға һәм теге йәки был ролде самалап ҡарарға мөмкинлек бирҙе.

Шәхси рәүештә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров рәхмәт хаттары һәм бүләкләү тапшырыу республиканың иң әүҙем студенттары өсөн күңелле ваҡиға булды. Беҙҙең БГПУ-ла уҡыған студенттарын күреүе бик ҡыуандырҙы.

Күсәрбаева Зилиә, 1-се курс студенты

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203