Аҡмулла университетында башҡорт теленән диктант яҙҙылар

28 апреля 2025

26 апрель башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара кимәлдә үткәрелде. Диктантты яҙыу өсөн өс майҙансыҡ ойошторолдо. Тәүгеһендә башҡорт телен камил белеүселәр өсөн яҙыусы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманованың МХО-ға юлъяҙмаһынан өҙөктө яҙҙы. Тексты филология фәндәре докторы, фольклорсы, Розалия Солтангәрәева уҡыны. Икенсе майҙансыҡ башҡорт филологияһы факультетында ойошторолдо, шул уҡ тексты йәш яҙыусы, “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Айбулат Сәсәнбаев уҡыны.

Өсөнсө майҙансыҡта башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр йыйылды. Уларға билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Зөһрә Ҡотлогилдинаның әҫәренән өҙөк тәҡдим ителде. Диктантты танылған журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе Рәсүл Сәғитов уҡыны.

Ҡатнашыусылар араһында билдәле яҙыусылар, киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр, студенттар һәм, әлбиттә, башҡорт теленә битараф булмаусылар ине.

Башҡорт теленән диктант яҙырға килгән һәр кемде  “Ауаз” фольклор ансамбле таҡмаҡлап, бейетеп ҡаршы алды.

“Башҡорт телендә диктант яҙыу — был, тәү сиратта, телебеҙҙең байлығын, матурлығын һаҡлау, йәш быуынға туған телде өйрәнеүҙе тәьмин итеү мөмкинлеге” – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Сәлимә Таһирова .

Рәсми һөҙөмтәләр 30 көн дауамында түбәндәге сайтта урынлаштырыласаҡ: https://bashdictant.ru/.

 

Фотографии