Фольлор практикаһы сиктәрендә Ҡанаҡай һәм Әхмәр ауылдарында осрашыуҙар

12 июня 2025

9 июндән 12 июнгә тиклем башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм инглиз теле төркөмө студенттары педагогия фәндәре кандидаты Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы етәкселегендә Ишембайрайонына фольклор практикаһында булдылар. Практика барышында студенттар Ишембай районыауылдарына барҙылар, ағинәйҙәр, ветеран уҡытыусылар менән осраштылар, уларҙан ауылдарҙың, йылғаларҙың һәм тауҙарҙың һәм башҡа географик атамаларҙың килеп сығыу тарихын һәм уларҙың атамаларын яҙып алдылар. 

Маршруттағы тәүге пункт Ҡанаҡай ауылы ине.Беҙҙе ауыл китапханаһында ағинәйҙәр, китапханасы Гөлфинә Миниәхмәт ҡыҙы Ибраһимова бик ихлас ҡаршы алдылар. Шуныһы ғәжәпләндерҙе: Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йорто гөрләп тора, унда ҡатын-ҡыҙҙар: йәше, олоһо махсус хәрби опрецияға ебәреү өсөн сеткалар үрәләр. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә был эш райондың ике ауылында Ҡанаҡайҙа һәм Уразбайҙа бер өҙлөкһөҙ дауам итә икән. Апайҙар һәм хатта оло йәштәге инәйҙәр ҙә көн һайын тәғәйен эшкә йөрөгән һымаҡ мәҙәниәт йортона килә. Студенттар ҙа уларға ҡушылып сетка үреп ҡараны. 

Мәҙәниәт йорто мөдире Гүзәл Рәсүл ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары хаҡында һөйләне. Китапханасы Гөлфинә Миниәхмәт ҡыҙы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә фронтовик шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң ижадына байҡау яһаны, биографияһына ҡағылышлы тетрәндергес ваҡиғалар хаҡында бәйән итте. Яҡуп Ҡолмой шиғырҙарында был ауылдың әллә күпме топонимияһы урын алған: Һәләүек йылғаһы, Торатау һ.б.

Ҡанаҡай ауылы ағинәйе Иҙрисова Лена инәйҙән бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып алдыҡ. Аҡыллы, матур был инәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, көн һайын әлеге мәлдә илебеҙ өсөн мөһим булған ваҡыиғаларға битараф түгел: һалдаттарға аш-һыу әҙерләп, йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәрә. 

Гөлсәсәк Даминдар ҡыҙы, отставкалағы капитан, хаҡлы ялдағы абруйлы уҡытыусы, үҙе ижад иткән поэмаһы, йырҙары менән таныштырҙы, Ҡанаҡай ауылы тирәһендә шишмәләрҙең атамалары, уларҙың килеп сығышы тураһында һөйләне. Уның ошо мәғлүмәтте ентекләп йыйыуы, өйрәнеүе һәм тапшырыуы беҙҙе ғәжәпләндерҙе.

Ғөмүмән, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, сетка үрергә йөрөүсе апайҙар һәм инәйҙәр ихласлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡунаҡсыллығы менән һоҡландырҙы. Бай материал тупларға форсат биргән осрашыу сәй табынында ла дауам итте.

Артабан беҙ Хәлитова Ишбикә инәйгә килдек. Ул беҙҙе ҡапҡа тышында уҡ ихлас ҡаршы алды. Ишбикә инәйҙән ауыл тирәһендәге яландарҙың исемен , уларҙың килеп сығышын яҙып алдыҡ. 

Роза Йомабай ҡыҙы Яныбаева, хаҡлы ялдағы математика уҡытыусыһы, беҙҙең килеүҙе көтөп торған. Ул Ҡанаҡай ауылы мәктәбе тарихы тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәт һөйләне. 

Оло йәштәге Роза инәй менән Ишбикә инәйҙең беҙгә күрһәткән һый-хөрмәте күңелдәрҙә матур хәтирәләр булып һаҡланыр. 

Был фәһемле осрашыуҙарға бай көн Яҡуп Ҡолмой шиғырҙарында данланған йәмле Һәләүек йылғаһында һыу инеү менән тамамланды.

Әхмәр ауылы мәктәбендәге ветеран уҡытыусылар менән осрашыу шул тиклем фәһемле , бай мәғлүмәтле булды. Кәримова Аза Миниәхмәт ҡыҙы, Рәхимова Рәйлә Мәрхәм ҡыҙы һәм Ҡотошова Хәлимә Хариж ҡыҙы, бар эштәрен ташлап, беҙҙең менән осрашыу ойошторҙо, мәктәп тарихы, Әхмәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары, фольклоры менән таныштырҙы. Мәктәп директоры Гүзәлиә Мөҙәрис ҡыҙы студенттарҙы бик йылы ҡаршы алды, башҡорттарҙа ғына булған ҡунаҡсыллыҡ менән сәй табыны әҙерләне. Әхмәр ауылы тураһында әллә күпме материал туплай алдыҡ. Үҙҙәре йәшәгән ауылдың бай тарихын һаҡлай, килер быуындарға бына ошолай бөтә күңел һалып еткерә был оло хөрмәткә лайыҡ киң күңелле ветеран уҡытыусылар. 

Практиканың ике көнө бына ошондай бай мәғлүмәтле булды. 

Иҙрисова Айгизә, 1 курс

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203