Студенты факультета башкирской филологии приняли участие в Международной акции «Сад памяти»

25 апреля 2025

25 апрелдә башҡорт филологияһы факультетының беренсе курс студенттар  куратор Гөлназ Даурат ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә "Туған яҡты йәшелләндереү", "Хәтер баҡсаһы" акцияларында ҡатнашты. Студенттар ағас ултыртып, республика экологияһын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Сара якшы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте, ҡыҙҙар һәм егеттәр ваҡыттарын бик файҙалы үткәрҙе,  ҡала тауышы, ығы-зығынан арынып ял итте, саф һауа һәм матур тәбиғәттән көс, дәрт алды. Акцияны тамамлаған саф һауалағы төшкө аш күңелле бонусҡа әйләнде һәм бөтәһен дә яҡшы кәйеф менән тултырҙы.

Шулай итеп, Нуриман районына сәфәр, башҡорт филологияһы факультеты студенттары өсөн ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлек һәм тәбиғәттә ял итеүҙең уңышлы комбинацияһы булды. Йәшелләндереү  һәм Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған акцияһында ҡатнашыу экологик яуаплылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итте һәм студенттарҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Иҙрисова Айгизә, 1-се курс студенты

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203