Шиғри кесаҙна. Ҡәҙим Абдулғәлим улы Аралбай

08 декабря 2023

7 декабрь Башҡорт филологияһы факультетында "Тулҡын" әҙәби-ижад түңәрәге Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Ҡәҙим Абдулғәлим улы Аралбай менән шиғри кесаҙна үткәрҙе. Быйыл шағирҙың әҙәбиәт өлкәһендә хеҙмәт итеүенә 60 йыл.

Яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә. Уның "Ҡаратау тотҡоно", "Утлы кисеүҙәр", "Батыр яраһы", "Аҡ тирмә", "Һөйөүем йондоҙо", "Әле һуң түгел" , "Мәслихәт", "Рух яҙыуы", "Таналыҡ тауышы" һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителгән.

Ҡәҙим Аралбай студенттарға тормош юлын, эшмәкәрлеген һөйләне, шиғырҙарын, поэмаларынан өҙөктәр уҡыны. Бигерәк тә Шәйехзада Бабичҡа, Рәми Ғариповҡа арналған шиғырҙары тыңлаусыларҙың иғтибарын йәлеп итте.

Сара аҙағында "Тулҡын" берекмәһенең етәксеһе Әлибаев Зәки Арыҫлан улы һәм факультеттың деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы күренекле шағирға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Был осрашыу студенттарға ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы, илһамландырҙы һәм рухи аҙыҡ булды.

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203