Ер йөҙөндәге иң гүзәл һүҙ – Әсәй!

25 ноября 2023

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә әсәләргә оло хөрмәтен, тәрән һөйөүен, рәхмәтен белдереп, бөтә Рәсәй халҡы Әсәйҙәр көнөн билдәләй. Быуын быуындан һәр кеше өсөн әсә иң ҡәҙерле кеше булып һаҡланып ҡала.

25 ноябрҙә Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге университетының концерт залында Әсәләр көнөнә арналған ҙур байрам тантанаһы уҙҙы.

Ғәҙәттәгесә, Аҡмулла университетында был көн уңайынан беренсе курс студенттарының ата-әсәләре өсөн йыйылыш ойошторолдо, унда әсәләрҙе юғары уҡыу йорто етәкселәре һәм студенттар ҡотланы.

Студенттар атай-әсәләренә йәмле концерт номерҙары ҡуйҙылар,уҡытыусыларыбыҙ университеттағы тормош һәм ятаҡ тураһында һөйләп үттеләр.Һәм дә иң актив студенттарҙың атай-әсәләрен Рәхмәт хаттары менән буләкләп тә уттеләр.

Студенттарҙың сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Байрам тантанаһына килгән ҡунаҡтар барлыҡ сығыштарҙы ла көслө алҡыштарға күмделәр.Байрам концерты һәр атай-әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде.

Азалина Гайсина, студентка 1 курса

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203