Беҙ - Аҡмулла вариҫтары!

03 сентября 2023

Мин, Ғайсина Азалия Фитрат ҡыҙы, Күгәрсен районы легендар революционер Хоҙайбирҙе ауылы ҡыҙымын. Шатлығым менән уртаҡлашҡым килә.

Ғүмер дәфтәремдең көтөп алған битен асып, Аҡмулла университетына уҡырға керҙем. Уҡытыусылар, яңы дуҫтар менән тәүге аралашыу шатлығы тейҙе.

Ер ҡуйынынан көн яҡтыһына тиртеп сыҡҡан Шишмә ҡайҙа ағып китеүен, ниндәй ярҙарға бәреләһен, һыуҙарын кемдәр тулҡындырыр икәнен белмәй. Мин дә үҙемде шул шишмәләй хис иттем. Әммә бала саҡ, һүнмәҫ усаҡ булып, артта ҡалды, үҫмер юлымды Аҡмулла университеты йылы итеп ҡаршы алды.

Ятаҡта мөләйем, алсаҡ өлкән курс ҡыҙҙары, кураторҙар һәм ҡунаҡсыл тәрбиәселәр минең уйҙарыма тағыла өмөт өҫтәне. Ҡала урамдарын, уҡыу йорттарына йөрөп, юлдарҙы өйрәтеп, университет менән таныштырып яңы килгән студенттарға ярҙам иткән саралар – адаптация лагеры –  ике көн барҙы. Шул ҡыҫка арала беҙгә күп яңылыҡтар тапшырҙылар, ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙеләр.

Шаян да, ышаныслы  ҙур курс студентарына, ярҙамсыларға ҙур рәхмәт!

Ә бына тулҡынланып көтөп алған 1 сентябрь көнө йөрәккә бал булып ятты. Университетта талантлы бейеүселәр, йырсылар – студенттар, күпме көс һалып, концертҡа әҙерләнгәндәр. Концерттың иң сағыу биҙәге - йәштәрҙең яратҡан йырсыһы Ильяс Кинйәғоловтың сығышы булды, ул башҡорт филологияһы факультетының гимны авторы ла икән, ниндәй ғорурлыҡ. Был ҙур сара бик матур үтте!

Кисен Белем көнөнә арналған ҙур концертта булдыҡ. Миңә, ябай ауылдан сыҡҡан ҡыҙға, баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп, был ҙур сараны күреү, бигерәк тә Республикабыҙҙың Башлығы Радий Хабировтың ҡотлау һүҙен яҡындан ишетеү үҙе ҙур хистәр уятты. Арыу-талыу белмәгән йәштәр бер итеп күңел асты.

Ҡунаҡ кеүек  ҡаршылаған Аҡмулла университетының уҡытыусыларына айырым ҙур рәхмәт! Ә беҙ,  студенттар, иң ҙур ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, белем тупларға әҙербеҙ, йөрәк көсөн, йәшлек хисен өҫтәп, Аҡмулла васыяттарын тормошҡа ашырырбыҙ!

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203