Аҡмулла университетында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» яҙҙылар

20 апреля 2023

20 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023» акцияһы уҙҙы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты диктант яҙыуҙың бер майҙансығы булды.

Акция Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә тел мәҙәниәтен арттырыу, башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. Акцияның девизы: «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы».

Сара онлайн һәм офлайн форматта уҙҙы. Башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант текстын онлайн рәүештә Ректорҙар советы рәйесе, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитов, башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн, шулай уҡ онлайн алымда,  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» төбәк-ара конкурсының номинанты, башҡорт филологияһы факультетының сығарылыш студенты Ильяс Сағынбәк уҡыны. Диктанттың онлайн форматы Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ойошторолдо.

Башҡорт педагогия университеты майҙансығында 194 кеше диктант яҙҙы. Ҡатнашыусылар араһында билдәле яҙыусылар, киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр, студенттар һәм, әлбиттә, башҡорт теленә битараф булмаусылар ине. Диктантты уҡыусылар – «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Айбулат Сәсәнбаев һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Әбйәлил районы Асҡар ауылы Т.Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова уҡыны. Сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт филологияһы факультетының йырсылар һәм ҡурайсылар коллективы сәләмләне.

«Акцияла йыл да ҡатнашам. Башҡорт телен яҡшы белер өсөн көн дә китаптар, журналдар уҡырға кәрәк. Диктант яҙғанда беҙ телебеҙҙе байытабыҙ. Был бик мөһим сара», – тине халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина.

Рәсми һөҙөмтәләр 30 көн дауамында түбәндәге сайтта урынлаштырыласаҡ: https://bashdictant.ru/.

 «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023» акцияһынан фотоһүрәттәр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының социаль селтәрендә ҡуйылған.

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203