УВАЖАЕМЫЕ УЧАСТНИКИ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ, ВЕТЕРАНЫ, ТРУЖЕНИКИ ТЫЛА! УВАЖАЕМЫЕ СООТЕЧЕСТВЕННИКИ!

09 мая 2020

ҠӘҘЕРЛЕ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНДАРЫ ҺӘМ ТЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ! ХӨРМӘТЛЕ ВАТАНДАШТАР! 
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары һәм студенттары һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡотлай! 
Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙең яҙмыш – бөгөнгө һәм киләһе быуындар өсөн батырлыҡ һәм рух ныҡлығы өлгөһө! Һеҙ беҙгә тыныс тормош, ғүмер, күп милләтле халыҡтар дуҫ йәшәгән Тыуған илебеҙҙе бүләк иттегеҙ. 
Йылдар үткән һайын Совет халҡының батырлығының әһәмиәте ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ. Бөйөк Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп алға барырға саҡыра. Ватаныбыҙ һаҡсыларының, тыл хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығы бар быуын өсөн юғары әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ҙур көс булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовиктарыбыҙҙың, тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы барыбыҙға ла ҙур һабаҡ булды. Иң мөһиме - уртаҡ маҡсаты булған ил бер ҡасан да еңелмәйәсәк! 
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Киләсәктә лә күгебеҙ аяҙ булһын, ҡояш яҡтыһы нурын сәсеп торһон! 
Еңеү көнө менән!!! 
 
УВАЖАЕМЫЕ УЧАСТНИКИ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ, ВЕТЕРАНЫ, ТРУЖЕНИКИ ТЫЛА! УВАЖАЕМЫЕ СООТЕЧЕСТВЕННИКИ! 
Примите искренние поздравления с Днём Победы! Память о борьбе и Великой Победе над немецко-фашистскими захватчиками и спустя 75 лет объединяет разные поколения нашей Родины, делает нас непобедимыми перед лицом любых испытаний. Низкий поклон участникам Великой Отечественной войны и труженикам тыла за мирное небо над головой. Для нас они всегда будут примером мужества и отваги, беззаветной любви и преданности своему народу и Отечеству. 
Желаем вам и вашим близким крепкого здоровья, счастья, благополучия и чистого неба над головой.

Фотографии

Структура

Кафедра башкирского языка и литературы +7 (347) 272-99-40 sali-t@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 208
Кафедра тюркской и восточной филологии
Кафедра тюркской и восточной филологии +7 (347) 2 16 02 15 kafedra.tivf@mail.ru г.Уфа, ул. Октябрьской революции, 10, каб. 106

Органы управления

Учёный совет Факультета башкирской филологии +7 (347) 246-35-75 dekanat.fbf@mail.ru г.Уфа, ул.Октябрьской Революции, 10

Центры

Научно-исследовательский центр Башкирского фольклора +7 (347) 246 - 35 - 75 bashfolklor2022@mail.ru г. Уфа, ул. Окт. Революции, 8, каб. 203